+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Ноябрь 2022, 09:35

Ҡышҡы балҡыш

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

 

Аҡ май төҫлө генә

Ботаҡтарҙа  йүшә.

Ҡусҡыл булып елдән

Ергә осоп төшә.

 
Аҡ бирсәткә кейгән

Ҡул суҡтары талдың,

Ҡайын ботаҡтары -

Аҡбуҙат ялылыр.

 
Кәкре ағастарҙа

Йылан батшаһы. Аҡ.

Борғаланып, мине

Аңдып ята һымаҡ.

 
Ҡусҡыл эңер төшә:

Күкһел ҡары, бары.

Күк сеүәтәһендә –

Алтын ғына тары.

 
Сүмес – Етегәндә

Һоҫоп алғыс ҡына.

Ҡош юлынан быуы

Таралыр тын ғына.

 
Көйөш малы кеүек

Ғыршлай ҡары аҫта.

Һандыҡ – өйҙәр ябыҡ,

Аҡ мендәрҙәр башта.

 
Сасҡау, ҡары менән

Ҡыш ҡыш инде – матур.

Күңел күҙең күрһә,

Мең төҫтәрҙә балҡыр!

 

Ҡышҡы балҡыш
Ҡышҡы балҡыш
Ҡышҡы балҡыш
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: