+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
30 Ноябрь 2022, 09:50

Балам

Балам
Балам

Ел-ямғырҙан һаҡлар инем, балам,

Хоҙай бирһә, шундай мөмкинлек.

Бағышлайым һиңә доғаларым,

Юлдарыңда теләп именлек.

 

Һаҡлай күр берүк, Хоҙайҡайым,

Хәүеф-хәтәрҙәрҙән арала.

Шатлыҡ менән үтһен тормош юлың,

Ҡайғы-хәсрәттәрҙән арала.

 

Бирер инем тормош һабаҡтарын,

Ҡуйыр инем алдан киҫәтеп.

Балам, тиеп яна йөрәккәйем,

Яҙмыштарҙан булмай иҫкәртеп.

 

Изге теләктәрем килер йылдарыңа

Һәр ябай көн бәхет килтерһен,

Тормош һынауҙары ауыр булмаһын,

Доғаларым менән үтерһең...

Лариса ҒИРФАНОВА.

Фото: userapi.com 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: