+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
30 Ноябрь 2022, 15:45

Ҡул һелтәге килә ҡайһы саҡта

Ҡул һелтәге килә ҡайһы саҡта,

Ҡул һелтәге килә ҡайһы саҡта
Ҡул һелтәге килә ҡайһы саҡта

Донъяһына, өйө, эшенә.
Сығып китке килә әллә ҡайҙа
Күренмәйсә генә кешегә...


Уйҙарымды бикләп, ҡайһы саҡта
Уйһыҙ ҡалғым килә бер көнгә.
Шаян бала саҡҡа ҡайтҡым килә
Әйтмәйенсә генә бер кемгә...


...Артыҡ һағыныуҙан ҡайһы саҡта
Күңелдәргә һағыш туламы?
Бар нәмәне ташлап китеп була,
Тик үҙеңдән ҡасып буламы?..

Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: