Шундай миҙгел, шундай илаһи саҡ –
Тубыҡланып ҡына аҡ ҡарға,
Аҡ намаҙлыҡ кеүек кенә мәле –
Һөйөү доғаларын ятларға.
Күс айыра бөгөн ап-аҡ ҡарҙар –
Күк менән ер килеп тоташҡан.
Тырпайышып торған түңгәктәргә
Айырған күс килеп уҡмашҡан.
Күс айыра бөгөн ҡар солоғо –
Аҡ бөжәктәр мыжғый зыу килеп.
Аҡ бәрәкәт менән донъя тула –
Матур ғына булып йыл килһен!
Фото: vk.com