+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Декабрь 2022, 10:03

Юлдар, юлдар...

 

Әхәмәт Ерикәй шиғыры. Ләбиб Айтуғанов көйө.
  

Биҙмәгәндәй йәшәү бәхетенән,

Юл йөрөүҙән мәңге биҙмәм мин.

Юлдар, юлдар, нисә йылдар инде

Айырыла алмайым hеҙҙән мин.

 

Алдарымда яҡты йондоҙ төҫлө

Мауыҡтырғыс уттар яналар.

Юлдар, юлдар, борма-борма юлдар

Шул уттарға табан баралар.

  

Йәшлек хисен, тынғыhыҙлыҡ дәртен

Ваҡыт ямғырҙары йыумаhын.

Юлдар, йылдар, ауыр булhа булhын,

Тик hуңғыhы ғына булмаhын.

 

Тибрәлдереп яҡты уйҙарымды,

Йәйрәп ята данлы киң илем.

Юлдар, йылдар, алға табан өндәшә,

Бармай ҡалыр хәлем юҡ минең.

 

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: