+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Декабрь 2022, 10:50

Ҡышҡы иртә

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА

 

Тау артынан ҡояш күтәрелеп

Тирә-яҡҡа һипте нурҙарын,

Күрҙегеҙме иртән ағастарҙа

Мең, мең ынйы балҡып торғанын?
 

Тәбиғәттең шундай гүзәл мәле

Ҡыш айының сихри бер көнө..

Тылсымлы мәл…Аллаһ биргән был көн

Иҫ китәрлек һоҡланғыс көндө..
 

Һәр ботаҡта иҫәпһеҙ, хисапһыҙ

Ҡар бөртөгө ынйы йылтырай…

Ошо матурлыҡҡа хайран булып

Күктән ҡояш йылмайып ҡарай..
 

Төш етеүгә ағаста ынйылар

Ҡояш йылыһына ирерҙәр…

Хәтеремдә ҡалып был матур көн

Мең балҡышын унда һиберҙәр..
 

Һүрәткә төшөрөп булмай уны..

Фотола ла ынйы нур һипмәҫ..

Шул ынйылар нуры ғүмер буйы

Күңелемдән минең һис китмәҫ!

  

Фото: mobi

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: