+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Декабрь 2022, 11:35

Әйләнә лә донъя ҡабатлана...

Лилиә АЛТЫНҒУЖИНА-ҠАҺАРМАНОВА

 

Әйләнә лә донъя ҡабатлана:

Япраҡтан һуң - ҡарҙар миҙгеле.

Барыһы ла иҫке, булған кеүек,

Йыл ашыға ғына һиҙелеп.
 

Тырышамы Йыһан йыл бөткәндә

Таҙартырға ерҙе бысраҡтан:

Кеше күңелдәре аҡлыҡ эҙләй

Йәшеренергә ҡара тупраҡтан.
 

Күпме үпкә, булған хаталарҙы

Һепереп тә ҡуя аҡ буран.

Әйтелмәгәндәй асыу һүҙҙәре,

Тапалмай ҙа ятҡан, тын урам.
 

Эй, декабрь тырыша аҡларға,

Ғаләм көлөп итә тантана.

Уның өсөн был хәл яңылыҡмы?

Ә кешеләр йәнә хаталана -

Әйләнә лә донъя ҡабатлана.

 

Фото: wallbox.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: