-8 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Декабрь 2022, 11:10

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй...

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,

Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,

Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,

Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

 

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,

Көтә тәмлекәстәр бешереп.

Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,

Төндә эсә дарыу йәшереп.
  

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,

Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,

“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!” -

Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.
 

Эстән генә доғаларын уҡып,

Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,

Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,

Беҙ китәбеҙ шулай илатып.
 

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!

Сикәһенә терәп сикәне,

“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - тип

Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!
 

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,

Йөрәгенә килер еңеллек…

Ошо йөрәк әле типкән саҡта

Ашығайыҡ өйгә иң элек!

  

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в