+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
9 Декабрь 2022, 07:25

Өйҙәге моң...

 

Мыш-мыш килгән моңдо тыңлап ҡына,

Берәм-берәм алып иңемә,

Йоҡлап китә алмам, һөйөп туймай,

Арыһам да донъя йөгөнән.

Кисен ятһам, иртән күҙем асһам,

Ошо моңдо тойоп йыуанам.

Йәшәү мәғәнәһе - дүрт мөғжизәм,

Дүрт күҙ нурым - ғәзиз дүрт балам.

Эшкә барам. Эштән арып ҡайтам,

Ҡайтыуыма өйҙән моң тама...

Дүрт йомғағым ҡосағыма сума,

Арығаным шунда юғала.

Мыш-мыш килеп, серем итмәйенсә,

Дүрт мөғжизәм көтә өйөмдә.

Ҡарында уҡ яралған был моңдо

Тыңлап туя алмам мин бер ҙә.

Өйҙәге моң...йәнә әсир иттең,

Хәтирәләр менән тилерттең.

Алып ҡайттың алыҫ сабый саҡҡа

Һәм ундағы моңға иҫерттең ...

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА-ҒӘЛИУЛЛИНА.

Фотола: Өфө ҡалаһынан Альбина Муллағолова балалары Әлиә, Элина, Морат һәм Нурзәлиә менән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас