

Бисмилла,тип иртән таң атҡаста
Рәхмәт әйтеп доға ҡылайыҡ.
Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә,
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.
Бер-бер артлы һынау килгәндә лә,
Башты эймәй тура атлайыҡ.
Һәр кисергән әрнеү - ғазаптарҙан,
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.
Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән,
Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тиҙәр,
Булғанына риза булайыҡ.
Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА.
Фото: poembook.ru