Ҡарағусҡыл күктә яңғыҙ Айым –
Ат бәйләрлек ҡаҙыҡ.
Ҡош юлылай тигеҙ түгел бер ҙә,
Шағир юлы – аҙап.
Дөм-ҡара төн. Йондоҙ-һүҙҙәр яна,
Ә Ай ята салҡан.
Илһам атым, теҙгендәрен өҙөп,
Һыпырылып ҡасҡан...
Фото: vk.com