

Балаларын үҫтергән ул,
Ирен дә тота белә –
Кәрәктә кәйеф күтәреп,
Асыуын йота белә.
Һәләт бит ул – донъя көтөү
Әлеге замандарҙа,
Үҙе тырыш, үҙе маһир
Йөрәге – балаларҙа.
Яңынан өләсәй булғас,
Хәстәрлектәре арта.
Ҡулдарына күҙ эйәрмәй,
Донъя йөктәрен тарта.
Көтөп алған ейәнсәре
Өйө түрҙәрен биҙәй,
Әсәйем йүгереп йөрөй,
Ҡартлыҡ килгәнен һиҙмәй.
Минең мөҡәддәс бурысты
Үҙ иңдәренә алды,
Бөтәбеҙҙе таң ҡалдырып,
Әсәйгә һәйкәл һалдым.
Әсәкәйем бөтөрөлөп
Йән-фарман түгә көсөн,
Ҡайырылған яҙмышымды
Ҡабат үҙгәртер өсөн.
Римма Ғәлимова.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com