+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
11 Декабря 2022, 08:25

Йәшәйек әле!

Рүзилә ҒАТАУЛЛИНА

Йәшәйек әле!Йәшәйек әле!
Йәшәйек әле!

Эй аҡ ҡышым.... Бигерәк матурһың да,

Һоҡланып та туя алмаҫлыҡ .

Ҡарҙар яуа ергә... Бәхет ҡары,

Бөтөн ерҙә аҡлыҡ һәм сафлыҡ.

Яуһын ҡарҙар ... Яуһын ... Яуһын әле

Аҡ төҫ матур... Шундай матур бит...

Һоҡланыптар әйҙә йәшәйек әле,

Яҡты донъя ниндәй матур тип.

Йәшәйек әле...Йәшәйек... Көстәр табып

Һынауҙарҙан торһа ла ғүмер ...

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән,

Йырҙарғыса.... Юҡҡа түгелдер.

Рүзилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фото: coolsen.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас