

Улдар үҫтерәм, улдар,
Уйылдай ғына уйҙар...
Ниндәй уйға, ниндәй һыуға,
Ниндәй утҡа һалырҙар?!
Буйға ниндәй булырҙар,
Ниндәй ғәмәл ҡылырҙар,
Ниндәй юлдар ярырҙар,
Эх, уйҙар, уйҙар, уйҙар...
Улар өсөн борсолоуҙар
Әсәйҙәрҙең йөрәгенә,
Атайҙарҙың маңлайына
Тәрән һырҙар уйырҙар.
Ҡай сағында үҙҙәре лә,
Аңғармаҫтан һүҙҙәре лә,
Бәғер итен ҡыйырҙар...
Улға ҡара – урамға, ти,
Халҡымдағы тыйыуҙар.
...Төндөң ҡара шәүләһендә
Йүгерә тайҙар-уйҙар.
Улдар үҫтерәм, улдар...
Уйылдай ғына уйҙар...
Айзилә МОРТАЕВА.
Фото: userapi.com