+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
20 Декабрь 2022, 07:55

Шатлыҡ өҫтәй күңелгә!

Гөлдәриә ЙОСОПОВА

 

Рәссам төшөргәнме ни -

Ағаста туңған миләш!

Ялтыраған боҙ ямғырҙан

Емеше тәлгәш-тәлгәш!
 

Шатланды туң емештәргә

Иртүк ҡарабаш турғай.

Осто ағастан ағасҡа

Боҙ ҡабыҡты вата (а)лмай.
 

Ә миләшкәй шаян ғына

Бәүелде талғын елгә.

Ҡыштың һалҡын иртәләре

Шатлыҡ өҫтәй күңелгә!

 

Автор фотолары.

Шатлыҡ өҫтәй күңелгә!
Шатлыҡ өҫтәй күңелгә!
Шатлыҡ өҫтәй күңелгә!
Шатлыҡ өҫтәй күңелгә!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас