-4 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
22 Декабря 2022, 11:05

Ҡыштар аҡ ул...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Ҡыштар аҡ ул һаман элеккесә,

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыштар аҡ ул...Ҡыштар аҡ ул...
Ҡыштар аҡ ул...

Эңерҙәре һаман бөләңгерт.
Күктән бирер, тиеп уйлағанды
Сабыр ғына итеп ерҙән көт.


Ҡыштар әүәлгесә ажар әле,
Бүрәнәләр шартлап ярыла.
Ғырш-ғырш килә табан аҫтарында
Өшөп кенә ятҡан ҡары ла.


Ҡыштар аҡ ул һаман боронғоса –
Әскелт төтөн ауыл өҫтөндә.
Төндәре йыл булып тойолалар
Көнө ҡыҫҡа булған өсөн дә.


Ҡыштар аҡ ул әлмисаҡтан бирле,
Үҙгәрәбеҙ бары үҙебеҙ.
Тик тыныслыҡ китте миҙгелдәрҙән –
Имен һиллек ҡуйҙы күҙегеп...

 

Фото: А. Ғарифуллина.

Ҡыштар аҡ ул...
Ҡыштар аҡ ул...
Ҡыштар аҡ ул...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас