+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Шиғырҙар
24 Декабря 2022, 08:30

Ҡыш бабай килә!

Р.НИҒМӘТУЛЛИН

Ҡыш бабай килә!Ҡыш бабай килә!
Ҡыш бабай килә!

Беҙгә ап-аҡ тунын кейеп

Яңы Ҡыш бабай килә,

Ҡарһылыуы бергә елә,

Нур сәсеп көлә-көлә.

 

Килә бит Ҡыш бабай беҙгә

Күстәнәстәрен алып,

Яңы ҡыуаныстар алып,

Ҡуймағыҙ һуңға ҡалып.

 

Яңы йылда шат, бәхетле,

Уңған булыуы ябай -

Үтәгәндә һәр эшеңде

Теләгәнсә Ҡыш бабай.

Р.НИҒМӘТУЛЛИН.

Фото: Әлшәй районы Раевка ауылында йәшәүсе бер туғандар Гөлфинә, Лиана, Элиза Шәйәхмәтовалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас