+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
24 Декабрь 2022, 04:35

Ҡышҡы һуҡмаҡ

Ҡышҡы һуҡмаҡҠышҡы һуҡмаҡ
Ҡышҡы һуҡмаҡ

Ҡарҙан атлаған һайын

Көй сыға шығыр-шығыр.

Ә туҡтаһаң, тынып ҡала

Ябай, матур ошо йыр.

 

Ҡар өҫтөнән йүгерһәң,

Көсәйгәндәй ул тағы.

Шулай моң менән тула

Ҡыштың кескәй һуҡмағы.

Ә төн етһә, йыр туҡтай.

Ахыры беҙҙең шикелле

Ял итә төнөн, йоҡлай.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: fonstola.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас