

Һағынып көттөк Ҡыш бабайҙы,
Бына килде ул беҙгә!
Ҡаршылайбыҙ Яңы йылды
Беҙ уның менән бергә.
Шыршы тирәләй әйләнеп,
Тыпыр-тыпыр бейейбеҙ.
- Бүләктәрең өсөн һиңә
Рәхмәт, Ҡыш бабай! – тибеҙ.
М.БИКБОВА.
Фотола: Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Наҙгөл һәм Илсур Зәйтүновтар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән.