+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
29 Декабрь 2022, 11:40

Ҡыш бабайға хат

Рима БАЙМЫРҘИНА

Ҡыш бабайға хатҠыш бабайға хат
Ҡыш бабайға хат

Ҡайттым әле үткәндәргә-

Кире бала-сағыма.

Яҡты хыял - өмөттәрҙән

Бәхет нуры сағыла.

Хәтеремдә үткәндәрҙең,

Эй, шаян да, шуҡ сағы.

Күстәнәнәстәр менән тулы

Ҡыш бабайҙың муҡсаһы.

Ҡыш бабайҙың барлығына

Беҙ электән ышандыҡ.

Яңы йылды көтөп алып,

Һәр бүләккә шатландыҡ.

Бер вайымһыҙ бала саҡта

Ышандыҡ әкиәткә.

Әле булһа ышанаһы

Килә шул әкәмәткә.

Шуға күрә хаттар яҙам

Матур теләктәр теләп.

"Килһә ине, Ҡыш бабай,"-тип

Бәхет муҡсаһын төйәп.

Ишет әле, зинһар өсөн,

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай:

Тауҙай алтын һорамайым,

Теләгем минең ябай.

Зинһар өсөн ашырһаңсы

Теләгемде бойомға.

Бәхет-шатлыҡ менән бергә

Керһәк ине был йылға.

Яуға киткән ир-егеттәр

Иҫән-имен йөрөһөн.

Фәрештәләр ҡанат йәйеп,

Һаҡлаһын һәр-береһен.

Сир-әфәтте, хәсрәттәрҙе

Ҡар ҡатламы ҡаплаһын.

Бер кемдең дә өй ҡапҡаһын

Ҡайғы еле ҡаҡмаһын.

Үтеп китһен борсолоуҙар,

Көн дә яҡты таң атһын.

Юҡҡа сыҡһын ығы-зығы,

Тыныслыҡ ергә ҡайтһын.

Әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре

Түгелһен гел шатлыҡтан.

Йәшәйексе беҙ муллыҡта,

Интекмәйек юҡлыҡтан.

Яңы йылда килһен уңыш,

Тормошҡа ашһын теләк!

Шат йылмайыу булһа йөҙҙә,

Кәрәкмәй башҡа бүләк!

Рима БАЙМЫРҘИНА.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас