+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
29 Декабрь 2022, 04:50

Ҡышҡы юлдар

Ҡышҡы юлдарҠышҡы юлдар
Ҡышҡы юлдар

Һалҡынса ер ҡуйынына

Һыйына ҡышҡы томан.

Сихри нурҙан юл аҙашыр,

Саҡ ҡына күҙҙе йомһаң.

 

Атылалар зәңгәр күктән

Елбәҙәк ап-аҡ ҡарҙар.

Йүгерә ел аҡ юлдарҙан,

Ҡалын көрттәрҙә – ярҙар.

 

Елдерә ел, күк томанды

Ҡосҡан да ҡояш көлә.

Арғымаҡтарға атланып

Ҡыш беҙҙең арттан елә!

Зөһрә КАШАПОВА.

Фото: pomnim.com

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас