

Ҡар бөртөктәре емелдәп,
Ергә нурҙарын һибә.
Был ни ғиллә, юлбарыҫты
Аҡ ҡуян ҡыуып килә.
Юлбарыҫ: "Ни ҡалдырам?" - тип,
Йыллыҡ эштәрен һанай.
- Ауырлыҡтарын ҡалдырма! -
Ҡуян бармағын янай.
Хәсрәт, янъял,ғазаптарҙы
Үҙемә алып ҡалам.
Яңы йылға аҡ ҡуянға
Аҡ юлдар йәйеп һалам.
Аҡ юлдарҙан ап-аҡ ҡуян
Төклө аяҡта керһен.
Аҡ сафлыҡта, аҡ паклыҡта
Ергә тыныслыҡ килһен!
Илгә именлек килһен!
Гөлсөм ХАФИЗОВА
Фото: msknovosti.ru