+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
1 Января 2023, 04:20

Ҡуян йылына

Сафуан ӘЛИБАЙ

Ҡуян йылынаҠуян йылына
Ҡуян йылына

Өйрәнелеп киткән йөрөүҙәре

Ғорур ғына Барыҫ юлынан.

Аяҡ баҫырға ла ҡыймай торҙом

Елеп килгән Ҡуян йылына.

 

Улай тиһәң, килгән, киткән йылдар

Бер-беренә игеҙ, оҡшаштар:

Күперелеп ята юлдарымда

Аҡ ҡуяндай ап-аҡ, йомшаҡ ҡар.

 

Ҡуян йылы ап-аҡ ҡар сафлығын

Уй-хистәргә һипһен ҡәҙерләп;

Күперелеп ятҡан аҡ мамыҡтың

Йомшаҡлығы күсһен бәғергә.

 

Ошо йылда беҙгә һеңеп ҡалһын

Аҡ ҡуяндан нәфис етеҙлек;

Шул етеҙлек етһен иң-иң изге

Хыялдарға барып етерлек!

 

Аяҡтарға ҡуян ныҡлыҡ бирһен, –

Еңел түгел юлдар ҡаршыла:

Бер типкәндә башы сәсрәп ҡалһын

Ташланғанда ҡаза-ҡарсыға.

 

Ҡуян йылы! Һиҙгер тойһаҡ ине

Донъя шауын, ваҡыт осҡанды;

Үткерлеген бирсе күҙҙәреңдең

Айырырға дуҫты, дошманды.

 

Булһаҡ ине Ҡуян йылында ла,

Барыҫ һымаҡ, оло теләкле,

Тик дошмандар ғына ҡалһын булып,

Элеккесә, ҡуян йөрәкле!..

 

Фото: goodfon.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас