+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
10 Января 2023, 09:55

Фәрештә

Наилә Хәмбәлиева

ФәрештәФәрештә
Фәрештә

Һәр сабыйға үҙ әсәһе –

Фәрештә.

Сибәр, уңған, иң беренсе

Һәр эштә.

 

Йәннәт наҙы - әсәһенең

Ҡосағы.

Һәр бер мәле - әсәй нуры

Бар сағы.

 

Артығыраҡ үҫмерҙәргә

Әсәйҙәр...

Улар азат, иркен тормош

Көҫәйҙәр.

 

Иректәрен быуа Әсә

Ҡосағы.

Иң ҙур теләк – тиҙ(е)рәк сығып

Ҡасаһы.

 

Ҙур тормошта Әсәкәйҙәр

Ҡәҙерле.

“Әсәй, һаумы! Ашың,сәйең

Әҙерме?

 

Эй, һағындым, һинең йылы

Ҡосаҡты!

Йылыт әле... Өшөнөм бит

Шул саҡлы... "

 

Һәр кешегә үҙ әсәһе –

Фәрештә.

Күктә микән... Әле тере

Килеш тә.

 

...Ожмах ҡына булған икән

Ҡосағың...

Йөрәгемдә, Әсәй, һинең

Усағың...

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА.

Фото: behance.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас