+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Шиғырҙар
11 Января 2023, 07:10

Мейесле бала саҡ

Бала саҡтың йылы хәтирәһе 

Мейесле бала саҡМейесле бала саҡ
Мейесле бала саҡ

Тимер мейес ине түр өйҙә.
Йылылығы һаман иҫтә уның,
Күпме ваҡыт үтеп китһә лә.


Тыштан өшөп инһәк, йылынырға
Йүгерешер инек кем уҙар.
Баҙрап ятыр ине ул мейестә
Ҡайын утынынан күмерҙәр...


Йылыныуға тимер мейес ҡосоп,
Сәйе ҡайнап сыға әсәйҙең.
Боҫрап торған оло самауырҙа
Танһыҡ ине тәме ул сәйҙең!


Мейес тә юҡ хәҙер, самауырҙы
Бик һирәкләп ҡулға алабыҙ.
Һағындырып ҡына иҫкә төшә
Мейес ҡосҡан бала сағыбыҙ...

 

Әлфиә Абдрафиҡова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Әбйәлил районы, Байым мәктәбе.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас