+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
12 Января 2023, 06:20

Ап-аҡ ҡарҙар яуһын күберәк!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ап-аҡ ҡарҙар яуһын күберәк!Ап-аҡ ҡарҙар яуһын күберәк!
Ап-аҡ ҡарҙар яуһын күберәк!

Таҙа биткә аҡ бәхеттән торған

Тарих яҙыр өсөн ап-аҡтан,

Саф аҡ ҡарҙан ҡаплатырға ерҙе

Баҫып алған болот һәр яҡтан.

Ярты төндә көслө буран сығып,

Һырынтылар һалды юлдарға,

Яңы йылдың атып килгән таңы

Нөктә ҡуйҙы уҙған йылға ла.

Сафлыҡ бөркә бөгөн бар тәбиғәт,

Ялан-ҡырҙар йоҡлай иҙерәп,

Мул уңышты вәғәҙәләй ҡарҙар!

Ап-аҡ ҡарҙар яуһын күберәк!

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас