+26 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
13 Января 2023, 04:50

Бөйөклөк

Зәйнәб БИИШЕВА

БөйөклөкБөйөклөк
Бөйөклөк

Бөйөклөк ул туй бүләге түгел,

Дан-дәрәжә түгел бөйөклөк.

Ярап, һорап алып булмай уны,

Бик-бик теләһәң дә, һөйөклөм!

 

Тәхет түгел – нәҫел-нәсәп аша

Улдан-улға күсмәй бөйөклөк.

Әүеш-тәүеш итеп, ҡулдан-ҡулға

Күсереп тә булмай ул йөктө.

 

Бөйөклөктө раҫлап алып булмай

Ҡорал көсө менән, үс менән.

Ысын бөйөклөктәр яуланалар

Оло йөрәк, изге эш менән.

 

Үҙ буйынан бейек, бөйөкмөн, тип,

Ышанғандан төптө ҡаса ул.

Бөйөклөккә дәғүә иткән бәндә

Ил өҫтөнә төшкән яфа ул.

 

Бөйөкмөн, тип оран һалып була,

Әммә ул бит тыумай орандан.

Ысын бөйөк ирҙәр йөҙ йылға бер

Килер булған, тиҙәр, борондан...

 

Бөйөктәрҙе заман, ер тыуҙыра

Кәрәк саҡта илгә, халыҡҡа,

Ғәҙелһеҙлек сиктән ашҡан саҡта,

Сарсағанда кеше хаҡлыҡҡа.

 

Фото: bashgazet.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас