

Бала саҡты иҫкә алһам,
Шундай матур хистәр төрөлгән.
Ябай ғына йортом ап-аҡ төҫтән,
Ап-аҡ төҫкә донъям төрөнгән.
Ап-аҡ мейес, ап-аҡ нигеҙ буйы,
Ап-аҡ төҫтән пәрҙә эленгән.
Карауатта ап-аҡ селтәр ябыу -
Әсәй ҡулдарынан сигелгән...
Өҫтәлдәге тәмле ризыҡтар ҙа
Ап-аҡ төҫтән генә теҙелгән.
Ап-аҡ ҡорот, һөт һәм ҡаймағы ла,
Эскән ҡатығым да аҡ төҫтән.
Баҡсамдағы муйыл ағасы ла
Ап-аҡ төҫкә хатта күмелгән.
Ап-аҡ хәтирәле бала сағым -
Ҡолас йәйеп һиңә йүгерәм...
Мәүлиха ҮҘӘНБАЕВА.
Фото: userapi.com