+30 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
19 Января 2023, 08:45

Именлек һорай кешелек

Гөлдәриә ЙОСОПОВА

Именлек һорай кешелекИменлек һорай кешелек
Именлек һорай кешелек

Уҙғаны ғына ишеме

Был быуат һынауҙары!

Именлек һорай кешелек

Көнө-төнө ялбарып!

Һуғышһыҙ үҫкән уландар

Булды ил батырҙары,

Көтә әсәләр улдары

Иҫән-һау ҡайтырҙарын!

Быуат башында тыуған

Сабыйҙарын ҡурсалап,

Әҙер әсәләр үҙҙәре

Ташланырға дошманға!

Ирмен тигән ирҙәр ләкин

Ҡыҫты ҡорал ҡулдарға!

Әсә һөтө менән ингән

Илһөйәрлек уларға!

Уҙғаны ғына ишеме

Был быуат һынауҙары!

Именлек һорай кешелек

Көнө-төнө ялбарып!

Гөлдәриә ЙОСОПОВА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас