+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
22 Ғинуар 2023, 04:35

Беҙҙең быуа

Зөһрә Кашапова.

Беҙҙең быуаБеҙҙең быуа
Беҙҙең быуа

Беҙҙең өйҙөң эргәһендә

Ялтырап ята быуа.

Йәйен унда һыу инәбеҙ,

Ҡышын конькиҙа шыуам.

 

Балыҡҡа ла бай быуабыҙ –

Иренмәй ултыр ғына!

Быйыл унда балалар ҙа

Күберәк былтырғынан.

 

Ҡар бәрешеп уйнайбыҙ ҙа

Шаҡ-шоҡ сәкән һуғабыҙ.

– Ҡасан килерҙәр икән? – тип

Көтөп ята быуабыҙ.

Зөһрә Кашапова.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Фото: pinimg.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас