+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
22 Ғинуар 2023, 11:40

Мин балама бәхет теләнем...

Гөлнара ӘХМӘТШИНА

Мин балама бәхет теләнем...Мин балама бәхет теләнем...
Мин балама бәхет теләнем...

Таң атҡанда, ҡояш байышында

Мин балама бәхет теләнем.

 Йә, бер Раббым, һиңә табынамын

Ҡабул итсе әсә теләген!

 

Таң атҡанда, ҡояш байышында

Мин балама бәхет теләнем.

Аптырама, ниңә балама?-тип

Һәр береһенә айырым теләгем.

 

Үҙ бәхете булһын һәр береһенә,

Үҙ бәхете менән тыуғандыр.

Әсә өсөн бала бәхетенән

Ҙурыраҡ нәмә булмай торғандыр.

 

Йыраҡ юлға сыҡһа, иҫән ҡайтһын,

Әсә өсөн шуныһы ҡыуаныс.

Һөйөндөрөп беҙҙе йәшәһендәр,

Ҡартлыҡ көнгә булып йыуаныс.

 

Аяҡтары менән йөрөһөн ерҙән,

Күҙҙәре тик күрһен матурлыҡ.

Яңылыш юлдан берүк китә күрмә,

Эшлә, балам, бары яҡшылыҡ.

 

Ҡулдар ҡосһон ғәзиз сабыйҡайын,

Йәне менән һөйһөн һөйгәнен.

Ишетергә яҙһын йомшаҡ итеп:

"Һағынып ҡайттым, әсәй,- тигәнен.

 

Таң атҡанда, ҡояш байышында

Мин балама бәхет теләнем.

Йә, бер Раббым, һиңә табынамын,

Ҡабул итсе, әсә теләген!

Гөлнара ӘХМӘТШИНА.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас