Быуын-быуын йәшәү көсөн биреп
Ҡатар тора ата-бабалар.
Уңдан — атай, һулда — әсәй нәҫеле
Игелек теләп миңә бағалар.
Тамырҙарым ныҡлы шуғалыр ҙа,
Мин тоямын затым шаңдауын:
Туған телең, ғөрөф-ғәҙәттәрең
Тоҡомдарҙа алһын дауамын.
Сикһеҙ минең был донъяға илткән
Атай-әсәйемә рәхмәтем.
Туған телдә уйлап яҙышыуым,
Һөйләшеүем — улар хеҙмәте.
Балаларым һөйләшерҙәр әле
Башҡорт теле — рухым телендә.
Халҡыбыҙҙың көсө, ғәйрәте
Күсә килер нәҫел ебендә.
Динара ҺАҘЫЕВА
Фото: shingak.ru