

Семеттереп ала бит осон.
Ҡары ла мул яуа, быйылғы йыл
Ҡышҡа оҡшап ҡалды бит ҡышы!
Юҡһа, һуңғы йылдар аптыратты,
Ҡыш уртаһы ямғыр һибәләп.
Бала саҡтағылай ҡыуандырып,
Ҡарҙар яуҙы быйыл өймәләп.
Ошолайтып ҡышҡы селлә сыға,
Зәһәр һыуыҡтарын ебәреп.
Алып китһен, афәт, сир-зәхмәтте,
Ҡар-бурандар менән елгәреп!
Боронғолар изгегә юраған,
Һыуығайтып селлә сығыуын.
Ҡыш һыуығы үтер, теләйек беҙ,
Күңелдәрҙең йылы булыуын.
(Һыуығай – ғинуар айы.)
Әлфиә Абдрафиҡова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы, Байым мәктәбе.
Фото: vk.com