

Үлемһеҙ Үлмәҫбай булып
Ҡалдың Фәнис күңелдә.
Ябайлығың, ихласлығың
Балҡый ине йөҙөңдә.
Ватанға ҡурҡыныс янай,
Ирҙәр өйҙә түҙәрме?
Яуға киттең әсәйеңә
Әйтеп ошо һүҙҙәрҙе.
Фашистың танау аҫтынан
Урлап ҡастың БТР,
Әсирен дә тейәгәйнең,
Рәхмәт әйтте командир.
Саялығың, ҡыйыулығың,
Онотмаҫ тыуған яғың,
Үлемһеҙ Үлмәҫбай итте
Дыуамал батырлығың!
Онотмаҫ батырлығыңды
Тыуған Башҡортостаның.
Үлмәҫбай образы булып
Киләсәккә барырһың.
Фото: vk.com