+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
27 Ғинуар 2023, 04:00

Ғүмер бирһәң, һаулыҡ та бир, Аллаһы Тәғәлә!

Эй, Аллаһым, ғүмер бирһәң, Һаулығын да бир!

Ғүмер бирһәң, һаулыҡ та бир, Аллаһы Тәғәлә!Ғүмер бирһәң, һаулыҡ та бир, Аллаһы Тәғәлә!
Ғүмер бирһәң, һаулыҡ та бир, Аллаһы Тәғәлә!

Үҙ аяғымда йөрөүҙән
Яҙҙырмаһын сир!

Кеше көнлө булыуҙарҙан
Һаҡлай күр, Үҙең!
Түшәктә ятыусыларға
Бирһәңсе түҙем.


Балаларға, яҡындарға
Итмә ауыр йөк!
Ҡабул ит доғаларымды,
Раббым, Һин бөйөк!


Һаулыҡтан да ҡиммәтерәк
Ни бар донъяла?
Һаулыҡ булмаһа,  йәшәүҙең
Йәме юғала.


Кеше көнөндә йәшәүҙә
Ниндәй мәғәнә?
Ғүмер бирһәң, һаулыҡ та бир,

Аллаһы Тәғәлә!

 

Сәфинә ӘХМӘТОВА-РАМАҘАНОВА.

 

Фото: vk.com

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас