+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
28 Ғинуар 2023, 04:10

Балаларым өсөн

Фәнил БҮЛӘКОВ

Балаларым өсөнБалаларым өсөн
Балаларым өсөн

Балаларым өсөн генә

Ҡанатымды көн дә яҙам.

Дауылдарҙан ышыҡлайым,

Айырмайым һеҙҙе наҙҙан.

Сабыйҙарҙың күҙҙәрендә

Ихласлыҡтың асылы ла.

Тик баламдың алдында гел

Минең асыл асыла ла.

Ҡанаттарҙы көйҙөрәмен,

Һаҡлап һеҙҙе дауыл, уттан.

Балаларым күреп үҫһен

Йәшәү татын, тормош ҡотон.

Фәрештәнең ҡанаттары

Аҫтарында булһын балам.

Мин Раббымдан көн дә һорап

Йыһаныма ихлас бағам.

Фәнил БҮЛӘКОВ.

Фото: schoolnews.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас