+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
30 Ғинуар 2023, 07:00

Әйтегеҙсе, изгеләрем!

Лира ӘХМӘТ ЯҠШЫБАЕВА

 

Олуғ изге заттар,

Тағы килдем һеҙгә,

Хаҡлыҡ эҙләп,

Нисек йәшәргә?
 

Ерҙә нурҙар сәсеп йәшнәр өсөн,

Әйтегеҙсе, ниҙәр эшләргә?

Изгеләрем рухы көттөрмәне,

Һорауыма яуап бирҙеләр.
 

 – Ерҙә нурҙар сәсеп йәшәү серен

Һин Ҡөрьәндән өйрән, – тинеләр, –

Доға менән башла һәр көнөңдө,

Ғүмерең үтмәҫ, туған, заяға,
 

Йөрәгеңде һөйөү менән тултыр,

Мөхәббәт менән баҡ донъяға!

Бер Хоҙайҙан көн дә ярҙам һора,

Иманыңдан мәхрүм итмәһен.
 

Ергә ләйсән булып яуыр өсөн

Йөрәгеңдән доға китмәһен.

Ары йөрө, залим, монафиҡтан,

Яманлығы йоға күрмәһең.
 

Аллаһ һөйә изге күңеллене,

Ҡара уйлы яҡын йөрөмәһен.

Ҡулға "Ҡөрьән" алып ант итәмен,

Изгеләр юлынан китергә.

 

Барлыҡ йән көсөмдө сарыф итәм,

Халҡым, һиңә хеҙмәт итергә.

Таң алдынан тороп ғәмәл ҡылам,

Ғәмәлдәрем илтһен ниәткә.
 

Аллаһ үҙе фатихаһын бирһен

"Йәшә, халҡым!" – тигән теләккә.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас