+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Февраль 2023, 16:20

Хәтерҙәрҙә йәшәр Ил ағаһы

Рәмзиә Монасипова

Халыҡ һөйөүенән юғарыраҡ,

Баһа юҡтыр оло шәхескә.

Үҙ кешебеҙ, тиеп яраталар,

Ҡул ҡыҫыуы ябай, халыҡса.
 

Атайыбыҙ, тиҙәр урта йәштәр,

Олатай ул, тиҙәр балалар.

Ил ағаһы, арҡа терәр кеше,

Аҡһаҡал ул, тиҙәр ололар.
 

Хәстәрлекле хужа ҡулы менән

Күркәмләнде тыуған еребеҙ.

Тиңдәр араһында тиңдәр инек,

Үтә ине әйткән һүҙебеҙ.
 

Хәтерҙәрҙә йәшәр Ил ағаһы,

Моңло бер йыр булып өҙөлмәҫ.

Сикһеҙ рәхмәт хисе күңелдәрҙә,

Йылдар үтер, һис тә һүрелмәҫ.
 

Башҡортом, тип янған уҙамандар,

Мортазалай улдар тыуырҙар.

Илем тормошоноң аҡ биттәрен

Алтын хәреф менән яҙырҙар.

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: