+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
9 Февраля 2023, 09:20

Ҡыҙыма

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам

ҠыҙымаҠыҙыма
Ҡыҙыма

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам

Күҙемдәге нурғынам,

Йөрәгемде моңға төргән 

Йырлап туймаҫ йырғынам,

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам,

Баҙлап торған ҡуҙғынам.

Шул нурыңды йәндәй һаҡлап,

Башҡаларҙан ҡыҙғанам.

Һүндермәйсә утыңды,

Һаҡлап йылы ҡотоңдо

Йәшәтһәсе яҙмышҡайың

Ҡурсып усаҡ-йортоңдо.

Берҙән-берем, бер генәм,

Көтөп алған гөл генәм.

Бишектән үк сер бүлешеп,

Көлөп ятҡан үҙгенәм.

Төҫөм минең, ҡыҙсығым, 

Кинәнер уйынсығым.

Мин бит Әсә, ҡыҙ балала -

Шатлығым, йыуанысым.


Светлана НАСЫРОВА.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас