

Бәхет – әсәң иҫән булыуҙа.
Әсәйеңдең һөйөнөстән генә
Күҙҙәренә йәше тулыуҙа.
Ғүмер биргән әсәң, наҙлап ҡына
Балам, тиеп сәсең һыйпаһа,
Күҙҙәреңә ҡарап, уйҙарыңа
Риза булып ихлас йылмайһа –
Шул бит ожмах. Йөрәгенә әсә
Бар ғаләмдең нурын йыйнаған.
Һеҙгә генә үҙен бағышлаған,
Күңел наҙын һеҙгә төйнәгән.
Һеҙҙең уңыш – уға йәшәү көсө,
Һеҙҙең ҡайғы – йөрәк һағышы.
Йәнәш һулап, йәшәү мәғәнәһен
Һеҙҙә генә уның табышы.
Тыныс булһын әсә күңелдәре,
Нурҙар ҡунһын әсә йөҙөнә,
Именлектә уҙһын һәр бер көнө,
Йырҙар тулһын күңел түренә.
Н. Хәмбәлиева.