+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
11 Февраля 2023, 04:35

Бәхет керһен һәр йортҡа!

Тау артынан ҡояш ҡалҡа

Бәхет керһен һәр йортҡа!Бәхет керһен һәр йортҡа!
Бәхет керһен һәр йортҡа!

Тау артынан ҡояш ҡалҡа

Нур һибеп тирә-яҡҡа,

Тәҙрәләрҙе асып ҡуйҙым

Мин дә баҫҡас аяҡҡа.

Яңы көндә барыбыҙҙың

Аҡланһындар өмөттәр,

Йырлап-бейеп киткәйнеләр,

Иҫән ҡайтһын егеттәр!

Етер инде йәш түгеүҙәр,

Йәнебеҙ тапһын толҡа!

Бөтһөн һуғыш! Был иртәлә

Бәхет керһен һәр йортҡа!

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Фото: priroda.club

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас