

Әсә өсөн ғәзиз балаһы -
Тҽләп алған ғүмҽр бүләгҽ.
Һаҡлап ҡына үҫтҽрҽр ул уны,
Балам, тиҽп тибҽр йөрәгҽ.
Тыуғандан уҡ күкрәк һөтҽ аша
Еткҽрҽр ул өҙөлөп һөйөүҽн.
Күпмҽ гҽнә ғазап кисҽрһә лә,
Күрһәтмәҫ ул янып-көйөүҽн.
Йомшаҡ юрғандарға урап
Сабыйҡайын алып ҡосаҡлар.
Иман тҽләп, бәхҽттәрҽн юрап,
Изгҽ доғаларын бағышлар.
Моңло бишҽктәрҙә бәүҽлтҽп,
Бишҽк йырҙарын йырлар.
Сабыйының тәмлҽ йоҡоларын
Фәрҽштәләй үҙҽ һаҡлар.
Ҡурсалар ул ҽл-дауылдарҙан,
Шифаларын бирҽр ауырыһа.
Нҽскә күңҽлдәрҽ мҽнән һиҙҽр,
Ҡыйынлыҡтар килә ҡалһа.
Буй ҽткҽрҽп атай нигҽҙҽнән
Осор ҡоштай сығып китһә лә,
Әсә өсөн ғүмҽрлҽккә бала
Балдай татлы булып ҡала.
Рәсилә ВИЛДАНОВА.
Фото: pinimg.com