

Рәшит ҡустыма.
Бер тәҙргә киләм,
Бер ишеккә...
Юҡ та баһа
Һаман туғаным.
Нишләп кенә
Былай оҙаҡланы,
Белһәң икән
Ниҙәр булғанын?
Көтә-көтә
Көтөк булдым инде,
Бүлмәләрҙе
Нисә ураным.
Хәйерлегә генә
Булһасы, тип
Изгелеккә
Барын юраным.
Йөҙҙәремә сыҡҡан
Борсолоуҙы,
Хафаларҙы минең
Тойопмо,
Тәҙрәләге өнһөҙ
Гөлдәрем дә,
Башын эйеп,
Гүйә, бойоҡто.
Йомош сығып,
Төшһөн юлдар ғына,
Тау-урмандар аша
Сабырлыҡ.
Сабыр иткән –
Мораҙына еткән,
Сабырлыҡтар бирһен,
Сабырлыҡ!
Һинең әсәй,
Минең апай инде,
Ҡулдарына алған
Тиҫбеһен.
Һинең килеү
Һаман булыр, булыр...
Үҙем әле
Көтөр төҫлөмөн.
Фото: ok.ru