+27 °С
Облачно
VKOKМакс
Шиғырҙар
17 Февраля 2023, 04:20

Теләгем

Бисмилла, тиеп башлайым һәр эште,

ТеләгемТеләгем
Теләгем

Бисмилла,тиеп башлайым һәр эште,

Фәрештә лә торһон янымда.

Өләсәйемдән ишетеп үҫкәнмен,

Ул доғалар инде ҡанымда.

 

Аллаһу әкбәр,тиеп рәхмәтләйем,

Тамағыма алғас ризыҡты,

Көс түгеп эшләргә өйрәнгәнбеҙ,

Хоҙайым бирмәһен яҙыҡты.

 

Хәрәм малды күңелем теләмәй,

Ашаһындар, кемгә бик кәрәк,

Байлыҡҡа ҡыҙығып йәшәгәндәр

Дуҫтарым араһында ла һирәк.

 

Туған телем миңә мотлаҡ кәрәк,

Ғәзиз миңә тәпәй баҫҡан ер.

Туғандарым иҫән-һау булһындар,

Дуҫтарым булһын һөйләргә сер.

 

Ярҙамынан Хоҙай ташламаһа,

Илдәр тыныс булһа,ҡаҡшамаһа һаулыҡ.

Дәртең,көсөң менән янып йәшәү-

Хоҙайҙан килгән оло байлыҡ!


Л.ҒИРФАНОВА.

Фото: blud.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас