+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
19 Февраль 2023, 04:35

Ҡайнар һөйөүемде өләшәм

Аҡ өмөттәр, бәхет, шатлыҡтарға,

Ҡайнар һөйөүемде өләшәмҠайнар һөйөүемде өләшәм
Ҡайнар һөйөүемде өләшәм

Аҡ өмөттәр, бәхет, шатлыҡтарға,

Был иртәләр бер үк уралһын.

Һәр кемдең дә йәшәгән йортына,

Ҙур уңыштар ғына юл алһын.

Күңелдәрҙә бары яҡшылыҡтар,

Изгелектәр генә тупланһын.

Насарлыҡҡа, яман ғәмәлдәргә,

Бер үк унда урын ҡалмаһын.

Кешеләрҙең бәхет, уңышына,

Аҡ көнләшҽү менән көнләшәм.

Һәр иртәлә доғаларға үреп,

Ҡайнар һөйөүемде өләшәм.

Ф.МӨХӘМӘТЙӘН.

Фото: dog.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас