+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Февраль 2023, 09:35

Мин яратам гүзәл был донъяны!

Мин яратам гүзәл был донъяны!

Мин яратам гүзәл был донъяны!
Мин яратам гүзәл был донъяны!
Мин яратам гүзәл был донъяны!
 
Һағыш тулы айын төндәрҙең ...
 
Алтын ептән ҡояш нурҙарын да,
 
Саф күҙҙәрен йылға, күлдәрҙең ...

 
Көндөҙ донъям сума сихри нурға,
 
Төнөн - ғәжәп серле моңдарға...
 
Мин бәхетле, күркәм тәбиғәттең
 
Тик бер өлөшкәйе булғанға!

 
Сикһеҙ матурлыҡтан ҡанатланып,
 
Йәнем һауаларға олғаша...
 
Йөрәк хисе, илаһи моң булып,
 
Йыһан шауы менән тоташа...

 
Ерҙә ҡалған эштәр, мәсьәләләр,
 
Кесерәйә барып, юғала...
 
Йәшәүем дә өр-яңы көс менән,
 
Яңы һуҡмаҡтарҙан юл ала...

Сәкинә ТОТМАНОВА.
Фото: pomnim.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: