+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Февраль 2023, 15:20

Үпкәләмә, февраль...

Күпме генә тулаһаң да, февраль,

Үпкәләмә, февраль...
Үпкәләмә, февраль...

Күпме генә тулаһаң да, февраль,

Ҡар бураның юлды быуһа ла,

Яҙ ҡояшы балҡый тәҙерәмдә,

Тамсылары бейей тупһамда.

 

Үпкәләмәм һуңғы ғәйрәтеңә,

Яҙһылыу бит баҫҡан ҡаршыңа,

Егетлегең менән алдырам тип,

Өмөттәрең генә алдана.

 

Иш түгелһең наҙлы Яҙһылыуға,

Ҡырыҫлығың уға тиң түгел.

Йылы хистәр көткән яҙҙарымды

Яулай алмаҫ һинең туң күңел.

 

Рәхмәтлебеҙ Ғашиҡтар көнөндә

Күпме йөрәктәргә юл астың.

Өмөт бирҙең өшөнгән күңелгә,

Тоҡандырыр өсөн ут-ялҡын.

 

Мартҡа инде сират - Яҙһылыуға!

Ғашиҡ күңелдәргә йәм, дауа.

Бар тереклек көтә яҙ һулышын,

Тәбиғәттә тормош уяна.

 

Ҡайындарҙың һыны һутҡа тулыр,

Тал да тиртер көсөк-бөрөләр.

Ер күкрәген биҙәп умырзая

Ҡояш нурҙарына үрелер.

 

Үпкәләмә, февраль...Һәр миҙгелдең

Китер мәле етә ҡалдырып.

Йәйге селләләрҙә ултырырға яҙһын

Ап-аҡ бураныңды һағынып...


Р. ИБРАҺИМОВА.

Фото: gov.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: