+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Март 2023, 09:35

Яҙ еткән дә ҡуйған...

Гөлназ ҠОТОЕВА

Яҙ еткән дә ҡуйған...
Яҙ еткән дә ҡуйған...
Яҙ еткән дә ҡуйған...
 
Көтмәһәм дә...
 
Әллә ниҙәр өмөт итмәһәм дә.
 
Яҙҙан - илһам,
 
Йылы нурҙар алам.
 
Яҙ - мөхәббәт,
 
Наҙ ул,
 
Яҙ - аһәң дә.

 
Яҙ еткән дә ҡуйған.
 
Күңел көткәс,
 
Ышанғандан уны килер тиеп.
 
Көрт тауҙары бәхил һорай ерҙән
 
Шып-шым ғына хатта башын эйеп.

Яҙ, яҙ килгән!
 
Күңел ирек тоя!
 
Хыял офоҡтарым әйҙәй алға.
 
Яҙ балҡыта Ерҙә яңырышын,
 
Әйтә кеүек:
 
Әйҙә, минән ҡалма!
 
Фото: pomnim.com
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: