+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Март 2023, 16:35

Әсәнең йөрәк ауазы

Яҙҙар етте, улым һаман ҡайтмай,

Әсәнең йөрәк ауазы
Әсәнең йөрәк ауазы
Яҙҙар етте, улым һаман ҡайтмай,
 
Иҫән генә йөрө, сабыйым!
 
Үҫтергәндә теләмәнем дә мин
 
Яҙмыш беҙҙе шулай һынауын.

 
Алыҫ ерҙә, көслө ут эсендә
 
Йөрөй беҙҙең ғәзиз балалар.
 
Эй, Хоҙайым, ишет, ярҙам итсе,
 
Әсе йәштәр күҙҙән тамалар.

 
Яугирҙарҙы көтә һөйгәндәре,
 
Атай, әсәй, көтә туғандар.
 
Берүк иҫән ҡайтығыҙсы, балам,
 
Илгә тоғро ҡалған уландар.

 
Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтерҙек тә,
 
Ут эсенә инде балалар.
 
Иламайса түҙеп булһа икән,
 
Иҫән ҡайтығыҙсы, батырҙар!

Венера МИҢЛЕЙӘРОВА.
Фото: hooraycafe.com
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: