+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Март 2023, 16:45

Балаларым

Иртән торһам доға уҡыйым

Балаларым
Балаларым

Иртән торһам доға уҡыйым,

Уйымда - балаларым.

Хоҙайҙың рәхмәте менән

Ирешһен доғаларым.

 

Күңелдәрен моң баҫҡанда,

Таратһын томандарын.

Ҡараңғы төндә юлдарын

Яҡтыртһын доғаларым.

 

Күҙ асҡыһыҙ ҡышҡы көндә

Һаҡлаһын бурандарҙан.

Йәндәренә йылы инһен

Уҡылған доғаларҙан.

 

Ауыр саҡта еңеллектәр

Китерһен доғаларым,

Яңғыҙ саҡта иптәш булһын

Иң изге доғаларым.

 

Хоҙайым, ризалығың менән

Ҡабул ҡыл доғаларым!

Иҫән йөрөп, һау булһындар

Йәнемдәй балаларым!

Гөлфиә ШӘРИФУЛЛИНА.

Фото: www.b17.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: